+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 20:34

Баймаҡҡа эш сәфәре

Кисә, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды.

Кисә, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды. Республика етәксеһе социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты, төйәкте үҫтереү перспективалары тураһында халыҡ менән һөйләште.
***
Ярат ауылында Радий Хәбиров яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты. Ул Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 2019 йылдың көҙөндә төҙөлә башлаған. 70 кв. метрлы бинаның хаҡы – 3,3 миллион һум тирәһе. Проект-смета документацияһын эшләүгә халыҡ үҙе аҡса йыйған, шулай уҡ фермер Айҙар Мырҙаҡаев ярҙам иткән.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле баймаҡтар. Бында күптән килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә барҙым, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп, бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Бөгөн матур итеп ФАП-ты асайыҡ. Аҙаҡтан, бөгөн мин бында көнө буйы эшләйем, һорауҙар булһа, әйҙәгеҙ, бергәләп һөйләшеп алайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Хәбиров яңы ФАП-ты ҡарап сығып, тейешле ҡорамалдар, дарыуҙар булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһенә ауыл кешеләре үҙҙәрен борсоған һорауҙар хаҡында һөйләне. Әңгәмәлә газ менән тәьмин итеү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу, юл һәм социаль инфраструктураны үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров 2021 йылда ауылға газ үткәрә башларға, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл төҙөү проектын әҙерләргә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләргә ҡушты.
Һаулыҡ һаҡлауға килгәндә, республика Башлығы 1 ноябргә тиклем Баймаҡ район үҙәк дауаханаһына ике тиҙ ярҙам машинаһы биреүҙе, Күгиҙел ауылында йыл аҙағына тиклем модулле ФАП төҙөүҙе һәм Ярат ФАП-ына дарыу һатыуға лицензия алыу мөмкинлеген өйрәнеүҙе йөкмәтте.
Бынан тыш, Радий Хәбиров урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыуҙы ойоштороу буйынса Ғүмәр ауылы кешеләренә булышлыҡ итергә ҡушты. Республика етәксеһе менән һөйләшеүҙә улар мәҙәниәт йортон ремонтлау һәм йәштәр ялы өсөн майҙансыҡтар булдырыу хаҡындағы теләктәрен еткерҙе.
***
Эш сәфәре барышында республика Башлығы Күсей ауылында ла булды. Ауыл кешеләре менән осрашҡанда төйәкте үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Кешеләр районда файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу менән бәйле инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса йәмәғәт фекер алышыуҙарында әүҙемерәк ҡатнашырға теләй. Радий Хәбиров ҙур бизнес менән эште хоҡуҡи киңлектә алып барырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәтселәр кешеләргә үҙ эшенең асылын ентекләп аңлатырға, рекультивация менән шөғөлләнергә, муниципалитеттың инфраструктураһын үҫтереүҙә ҡатнашырға тейеш.
Халыҡ әйтеүенсә, ауылдарға яңы ФАП-тар, төҙөкләндереү, газ үткәреү кәрәк. Радий Хәбиров ул мәсьәләләр өҫтөндә эшләргә, атап әйткәндә, 2021 йылда Оло Басай ауылында ФАП төҙөүҙе хәстәрләргә ҡушты.
Ауыл кешеләрен Күсейҙән Әбйәлил районы Хәлил ауылына тиклемге юл торошо борсой. Республика етәксеһе 2021 йыл аҙағынаса 12 километрлыҡ был арала яңы юл һалынасағын билдәләне.
***
Фәйзулла ауылында республика Башлығы Фирҙәүес Хәлимовтың фермер хужалығы менән танышты. Хужалыҡта 300 баштан ашыу йылҡы тоталар, ай һайын 3,5 мең литр ҡымыҙ етештерәләр. Фирҙәүес Хәлимов Баймаҡта малды хәләл һуйыу пункты һәм эшкәртеү цехы төҙөү хаҡындағы пландары менән уртаҡлашты. Был иһә йылҡы һәм һыйыр итенән деликатестар эшләүҙе көйләү мөмкинлеген бирәсәк. Проектҡа15 миллион һум инвестиция кәрәк. Йәш хужалыҡ өсөн был ярайһы уҡ ҙур сумма. Радий Фәрит улы фермерға яңы республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. Программа әле Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан эшләнә.
***
Баймаҡта Радий Хәбиров ҡаланың Еңеү паркында булды. Парк 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Унда спорт һәм балалар майҙансыҡтары, мини-футбол яланы ла булдырғандар. Парк ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләнгән.
Район үҙәгендә Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Баймаҡ-арена” ябыҡ боҙ комплексы төҙөлөшө өсөн урынды ҡараны. Уны быйыл уҡ һала башларға ниәтләйҙәр.
Радий Фәрит улы тренерҙар һәм спортсылар менән әңгәмәләште. Районда спорттың төрлө йүнәлештәре үҫтерелә, юғары класлы спортсылар әҙерләнә. Хәбиров республикала “Ауыл тренеры” программаһы ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында иҫкә төшөрөп үтте, муниципалитетҡа ай аҙағына тиклем был программала ҡатнашыу өсөн кандидаттар һайларға тәҡдим итте.
***
Республика етәксеһе ҡаланың 4-се лицейына ла барҙы. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле индерелгән санитар ҡағиҙәләрҙе иҫәптә тотоп, уҡыуҙың нисек ойошторолоуы менән танышты. Уҡыу йылы башынан лицейҙа заманса йыһазландырылған стоматология кабинеты эшләй. Балаларҙың тешен юғары категориялы табип Тәғзимә Сәйетова дауалай. Башҡортостан Башлығы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Баймаҡ районында тағы бер мәктәп стоматология кабинеты булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкмәтте.
Радий Хәбиров артабан уҡыу кластарын, спорт залын, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы үҫтереү өсөн мәғариф үҙәген ҡараны, уҡытыусылар менән әңгәмәләште. Ул, лицейҙағы башланғыстарҙы юғары баһалап, 2020 йылдан мәктәптәрҙә тағы бер проект – Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар ойоштороу старт аласағын өҫтәне. Проектҡа ярашлы, уҡыусыларға өҫтәмә спорт һәм хәрби әҙерлек, патриотик тәрбиә биреләсәген әйтеп үтте.
Баймаҡта, бынан тыш, Радий Хәбиров Юбилей урамындағы күп фатирлы йорттоң ихатаһы янында туҡталды. Унда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Радий Фәрит улы ихатаны матурлау менән бер ыңғайҙан подъездарҙы ла ремонтлауҙарын баһаланы.
***
Башҡортостан Башлығы Темәс ауылы янында Һаҡмар йылғаһындағы ике күперҙе ҡараны. Тәүгеһен 2018 йылда ремонтлағандар, ләкин подряд ойошмаһы күп етешһеҙлектәргә юл ҡуйған. Икенсе күпер 1999 йылда һалынған, уға ремонт кәрәк. Радий Хәбиров намыҫһыҙ подрядсыға ҡарата дәғүә эшен дауам итеү мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ икенсе күперҙе яңыртыуҙы 2021-2022 йылдарға күҙаллап, ремонт проектын эшләй башларға ҡушты.
***
Темәс ауылында Радий Хәбиров яҡын арала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлаясаҡ майҙанда булды. Уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көткән ауыл халҡына ул яңы комплекс өсөн “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификаттар бүленәсәген хәбәр итте. Темәстәге осрашыуҙа халыҡ үҙе өсөн мөһим һорауҙар хаҡында һөйләне – сүп сығарыу, уны айырып йыйыу, педиатр юҡлығы, районда эш урындары етмәүе, ауыл хужалығы продукцияһын ҡабул итеүсе әҙерләү контораһы булмауы, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам хаҡында һүҙ барҙы.
– Беҙ булышлыҡ итергә әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр, мәҫәлән, юл буйындағы инфраструктураны алға ебәрергә теләүселәр булһа, кафе, АЗС өсөн ер бүлергә әҙербеҙ. Әлбиттә, бизнес башлыса ҙур трассаларға тартыла, ләкин бөтә урында ла үҫеш булырға тейеш.
Темәс өсөн тағы ла бер мөһим мәсьәлә – газ үткәреү. Төбәк Башлығы проект документацияһын әҙерләп, 2021 йылдың яҙында эш башлауҙы йөкмәтте. “Мин яңы физкультура комплексын асырға килгәндә кешеләрҙә газ булырға тейеш”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ Темәстә ат спорты комплексын төҙөү проектын да хупланы. Бюджетта ҡатмарлыҡтар арҡаһында уны һалыуҙы бер нисә йылға бүлеп, төҙөлөштө 2021 йылда башларға тәҡдим итте.
***
– Минең өсөн кешеләрҙең нисек йәшәүен, уларҙы нимәләр борсоуын аңлау бик мөһим булды. Төрлө социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырғанда, объекттар төҙөгәндә иң элек халыҡ фекерен иҫәпкә алырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров, сәфәргә йомғаҡ яһап.
Читайте нас: