-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 00:18

Вертолет менән алып килгәндәр

Ашығыс ярҙамға мохтаж пациентты Әбйәлилдән Өфөгә санавиация вертолеты менән алып килгәндәр.#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектБашкортостан

Ашығыс ярҙамға мохтаж пациентты Әбйәлилдән Өфөгә санавиация вертолеты менән алып килгәндәр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектБашкортостан
Бот һөйәге муйынтығын һындырған пациентты башта Әбйәлилдән Белорет ҡалаһына килтергәндәр, шунан тиҙ арала санитар авиация вертолеты менән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына алып килгәндәр. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Ансат” яңы вертолеты менән ауырыуҙарҙы тиҙ арала республика клиникаларына килтерергә мөмкин. Киҫкен хәлдәрҙә вертолетта саҡта уҡ реанимация саралары ҡулланып була.
Башҡортостанда санитар авиацияның үҫеше “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бара. Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Асҡын, Мәсәғүт ауылдарында һигеҙ вертолет төшөү майҙансығы эксплуатацияға индерелгән. Улар медицина ойошмаларына яҡын урынлашҡан, дауаханаларға 15 минутта барып етеп була.
2020 – 2024 йылдарҙа республикала санитар авиация ҡулланып 465 осош яһау планлаштырыла.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: