+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 18:54

Мохтаждарға күстәнәстәр өләшәләр

Сентябрь айы тамамланғансы республикабыҙҙа “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһына ярашлы мохтаждарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк – “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты сиктәрендә 665 ғаиләгә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратып биреләсәк.

Йыйылмаға башлыса республикала етештерелгән 19 төр ризыҡ: ярмалар, көнбағыш майы, сәй, печенье, шәкәр, консервалар һалынған. Күстәнәстәрҙе ирекмәндәр өләшеп сығасаҡ. “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ойоштороусылары булып “Ирекмән-медиктар” хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы сығыш яһай. Башҡортостанда проект операторы – “Өфө хосписы” коммерция булмаған ойошмаһы. Был изге эш пандемия ваҡытында илдә ойошторолған оло гуманитар акцияның дауамы икәнен билдәләп үтәбеҙ.
Фото "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: