-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 11:03

Башҡортостандың туризм потенциалы ҙур

Мәскәүҙә Сколково инновация үҙәгендә “Ял Leisuru 2020” халыҡ-ара форумы старт алды. Был сара быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола. Уның темаһы эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү.

Мәскәүҙә Сколково инновация үҙәгендә “Ял Leisuru 2020” халыҡ-ара форумы старт алды. Был сара быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола. Уның темаһы эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү.
Башҡортостандың туризм өлкәһе лә үҙенең мөйөшөн ҡуйған. Республиканың туристик потенциалын күрһәтеү өсөн “Янған-тау”, “Торатау” геопаркы хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар, туризм өлкәһендәге эксперттар ҡатнаша.
БашТурСоюз рәйесе Илдар Биҡҡузин әйтеүенсә, республиканың стенды бик лайыҡлы урын биләй. Был иһә төбәк һәм эске туризм өсөн шәп реклама!
Башҡортостан потенциалы менән Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова ла танышты, уға республика вәкилдәре туристик мөмкинлектәр хаҡында һөйләне, Азат Биксурин ҡурайҙа уйнап күрһәтте.
Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыу өсөн бәхәс майҙансыҡтары, исем туйҙары үтә. Форум 10 сентябрҙә тамамлана.
Коронавирусҡа бәйле бөгөн күп өлкәләрҙе ҡайтанан ҡарарға тура килде. Шул иҫәптән туризм да вирустан зыян күрҙе. Сәйәхәт итеү өсөн күп сикләүҙәр әле лә үҙ көсөндә ҡала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: