+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 11:20

Башҡортостан егете Рәсәй лидерҙары араһында

Башҡортостан егете Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары” идара итеүселәр конкурсы еңеүсеһе булған. Ошо хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.

Башҡортостан егете Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары” идара итеүселәр конкурсы еңеүсеһе булған. Ошо хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.
Тағы илдең 106 суперфиналисы менән берлектә Арсен юғары даирә етәкселәрҙән һәм эшҡыуарҙарҙан идара итеү тәжрибәһен өйрәнә аласаҡ. Бынан тыш еңеүсе егеттең Рәсәйҙең теләгән юғары уҡыу йортона инеп белем алыу мөмкинлеге бар.Бының өсөн уға 1 миллион һумлыҡ сертификат бирелгән.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, был конкурста Башҡортостандан 6 кеше ҡатнашҡан, уларҙың икәүһе “Башҡортостан лидерҙары” конкурсы еңеүсеһе.
-Тимәк республика конкурсы лидерҙарҙы объектив баһалаған. Тик ул конкурстаың федераль программалағы кеүек, еңеүселәр һәм эш биреүселәр араһындағы бәйләнеше юҡ. Шуға күрә Арсен Әйүпов эшкә Мәскәүгә киткән. Уның кеүек егеттәрҙе кире республикаға ҡайтарыу хаҡында уйларға кәрәк,- тип яҙған Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: