+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 16:58

Айыҡлыҡ көнө

Башҡортостанда 10-11 сентябрҙә “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә һәм Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уңайынан психотерапия, наркология һәм психология ярҙамы күрһәтеү буйынса “Ҡыҙыу линия” акцияһы эшләйәсәк.

Был көндәрҙә бөтә саралар ҙа сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән.
Республикала йыл һайын “Айыҡ ауыл” конкурсы үткәрелә. Унда еңеүсе ауылдар Башҡортостан хөкүмәтенән дипломдар һәм аҡсалата премиялар ала. Был финанс ярҙамды улар ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә тотона.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: