+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 19:33

Ауырыуҙар өҫтәлеп тора

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә коронавирус йәнә 30 кешелә табылған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә коронавирус йәнә 30 кешелә табылған. 9 сентябргә ҡарата республикала COVID-19-ҙы йоҡтороусылар йәмғеһе 8 072 иҫәпләнә.
Стационарҙарҙа 47 сырхау ята, икәүһе ауыр хәлдә, тип билдәләй табиптар. Амбулатор дауаланыусылар – 703. Тәүлек эсендә 84 кеше дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, коронавирустан барлығы 7 293 яҡташыбыҙ һауыҡҡан.
Шәфҡәтһеҙ был сирҙән өҙөлгән ғүмерҙәр һаны элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡала – 29.
Үпкәләре ялҡынһынып, стационарға килтерелгән ауырыуҙар көн һайын өҫтәлеп тора: һуңғы тәүлектә пневмония 97 ауырыуҙа асыҡланған, сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтыусылар – 84.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: