+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 17:44

Өйҙә дауаланыусылар 700-ҙән ашыу

Республикабыҙҙа 8 сентябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 042-гә еткән.

Республикабыҙҙа 8 сентябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 8 042-гә еткән. Тәүлек эсендә инфекция тағы ла 31 ауырыуҙа табылған. Әлеге мәлдә 46 сырхау дауаханаларҙа ята, өсәүһе ауыр хәлдә. Сирҙе еңел үткәреп, өйҙә дауаланыусылар – 758. Эпидемия башланғандан бирле коронавирустан 7 209 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Шәфҡәтһеҙ вирус республикала барлығы 29 ғүмерҙе алып китте, һуңғы тәүлектә үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Тәүлек эсендә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 81 ауырыуға ҡуйылған, 93 кеше, унан һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: