+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 23:30

Уҡыусыларҙың һаулығы мөһим

2019 – 2020 йылдарҙа Башҡортостанда “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә 65 стоматология кабинеты асылған. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

2019 – 2020 йылдарҙа Башҡортостанда “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә 65 стоматология кабинеты асылған. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Башҡортостан мәктәптәрендә стоматология кабинеттары селтәрен булдырыу хаҡында башланғысты республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне.
2020 йылдың беренсе кварталында белгестәр 11 меңдән ашыу уҡыусының һаулығын тикшергән. Уларҙың өстән ике өлөшөнә дауалау талап ителә.
Республика етәксеһе үҙенең Контроль идаралығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә мәктәп стоматология кабинеттарының эшен тикшерергә ҡушҡан.
– Республика был проектҡа аҡса һалды, беҙ район хакимиәте башлыҡтары менән стоматология кабинеттары эшен тәьмин итергә тейешбеҙ. Ҡайһы саҡ баланың тик мәктәптә генә тешен дауалау мөмкинлеге бар, был бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡағыла, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы 500-ҙән алып 700-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙағы мәктәптәрҙә яңы стоматология кабинеттары асыуҙы дауам итергә ҡушты. Шулай уҡ ул мәктәп ашханалары эшенә, башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ашатыуға иғтибар итте.
БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөтә мәктәп ашханалары ла штаттағыса, барлыҡ санитар нормаларына ярашлы раҫланған берҙәм меню буйынса эшләүен белдерҙе. Барлыҡ ялыуҙар ҙа тикшерелә. БР Мәғариф һәм фән министрлығында бар мөрәжәғәттәр өсөн (347) 292-11-52 телефоны буйынса ҡыҙыу линия эшләй.
Башҡортостан Башлығы БР Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәп ашханаларын тикшереүгә ата-әсәләр комитеттарын әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: