+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 19:45

Мәҙәниәт усаҡтары – Бишбүләктә, Әлшәйҙә

Сентябрь башында Бишбүләк һәм Әлшәй районы халҡын матур ваҡиғалар көткән. Бында мәҙәниәт йорттары яңыртылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектБашкортостан

Сентябрь башында Бишбүләк һәм Әлшәй районы халҡын матур ваҡиғалар көткән. Бында мәҙәниәт йорттары яңыртылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектБашкортостан
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бишбүләк районының Айыт ауылында мәҙәниәт йорто нигеҙендә күп функциялы ауыл мәҙәниәт үҙәге асылған. Бина тулыһынса яңыртылған, диуарҙар нығытылған, ҡыйығы яңынан ябылған, шулай уҡ инженер инфраструктураһы ла алмаштырылған. Төп сәхнә һәм тамашасылар залы яңынан ҡоролған, китапхана, уйын бүлмәһе яңыртылған. Заманса ҡорамалдар алынған.
Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында ла мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш, яңы йыһаз, тауыш ҡорамалдары, сәхнә костюмдары алынған. Әйткәндәй, Яңы Сәпәш ауылының “Йәнтүбәй” халыҡ башҡорт театр коллективы тирә-яҡта билдәле.
Ауыл халҡын ҡотлар өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа ҡунаҡтар килгән.
Мәҙәниәт усаҡтары “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: