+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 14:29

Күп ҡатлы йорт төҙөлөшө хәүефлеме?

Республика башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте”ндә үҙенең хакимиәт башлығы урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Өфөнөң Шота Руставели урамында ҡалҡып сыҡҡан күп ҡатлы йорт тирәһендәге проблемаларҙы хәл итергә ҡушты.

-Урам уртаһында күп ҡатлы йорттоң ҡалҡып сығыу тарихы миңә лә бик оҡшап етмәй. Был һорауҙы хәл итергә һәм төҙөлөштөң күрше биналарға ҡамасаулау ихтималлығын объектив баһаларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта эргә-тирәлә йәшәүселәр төҙөлөш планына баҫым яһамаһын. Бөтә нимә уйланылған һәм объектив булырға тейеш.
Билдәле булыуынса, Шота Руставели урамында йәшәүселәр күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә ҡаршы сығыш яһай. Кешеләр билдәләүенсә, был объект бик хәүефле. Уның төҙөлөшө арҡаһында ҡайһы бер йорттарға емерелеү ҡурҡынысы янай.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: