+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 23:27

Герой исемендәге кластар

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Башҡортостан Хөкүмәте был хаҡта ҡарар ҡабул иткән.

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Башҡортостан Хөкүмәте был хаҡта ҡарар ҡабул иткән.
Кластар Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се “Смарт” полилингваль күп профилле мәктәптәрендә барлыҡҡа килде. Уларҙа Шайморатовҡа арналған кабинет-музейҙар булдырыласаҡ. Герой исемендәге класта уҡыусылар берҙәм мәктәп формаһында йөрөйәсәк. Мәктәп уҡыусылары ҡаҙаныштары өсөн “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнәсәк.
Шайморатов исемендәге кластарға уҡыусылар 2020 йылдың авгусында алынған. Педагогтар өсөн һөнәри тренингтар ойошторола. “Шайморатовсы”лар рәтенә тантаналы бағышлау 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтәсәк.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырыу һәм уның эшен ойоштороу менән БР Хөкүмәте вице-премьеры етәкселегендә ведомство-ара координацион төркөм шөғөлләнә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: