+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 16:22

Һауаларҙы иңләй ҡыйыу улдар

Өфө ҡалаһының кесе авиация уҡыу-методик үҙәге үҫмерҙәргә осоусы һөнәре серҙәрен аса.

Өфө ҡалаһының кесе авиация уҡыу-методик үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына конкурста еңеүсе булды. Үҙәк бойомға ашырған проекттың маҡсаты – республикала үҫмерҙәрҙең һәләтен асыу, уларҙың авиация менән ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, бының өсөн шарттар тыуҙырыу, осоусы һөнәре хаҡында хыялланыусыларҙы уның менән яҡындан таныштырып, профессиональ йүнәлеш биреү.
Август айында проекттың беренсе этабы уҙҙы. Тәүге осоу әҙерлеге тормошҡа ашырылған М. Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан, Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусынан, Мәләүез индустриаль колледжы эргәһендәге кадет корпусынан 100 үҫмер “Первушино” аэродромында тест-һынау үтте, пилот-инструктор менән ун минут буйы һауаны иңләне. Һөҙөмтәләр буйынса 30 үҫмер һайлап алынды. Улар илдең хәрби һәм гражданлыҡ осоу-авиация вуздарына инергә ниәтләй.
Проекттың икенсе этабы ошо көндәрҙә башланды. Йәштәр осош һәм һауа киңлектәре хоҡуғы, һауа суднолары, элемтә, навигация, авиация хәүефһеҙлеге буйынса мөһим мәғлүмәттәр менән таныша.
Өсөнсө этап кадеттар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс буласаҡ – улар “Саванна” тигән еңел самолеттарҙа ике сәғәт дауамында осасаҡ. Үҫмерҙәр самолетты йөрөтөү, уны техник хеҙмәтләндереү нигеҙҙәрен өйрәнәсәк.
Сентябрь-октябрь айҙарында иһә “Первушино” аэродромында кадеттар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары тантаналы йомғаҡлау сараһына йыйыласаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: