0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 14:51

Урман шаулап үҫер...

Башҡортостанда август аҙағына тиклем 7200 гектар ерҙә урман тергеҙеү эштәре башҡарылған. # миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан #национальныепроекты

Башҡортостанда август аҙағына тиклем 7200 гектар ерҙә урман тергеҙеү эштәре башҡарылған.
# миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан #национальныепроекты
Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы урмандарҙы тергеҙеү эштәре башҡарыла, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Үҙебеҙҙең үҫентеләр менән тәьмин итеү маҡсатында республиканың урман хужалыҡтары питомниктарҙа 22 гектарҙан ашыу майҙанда орлоҡтар сәсте. Быйыл орлоҡтарҙың резерв фонды буйынса планға ярашлы 1,7 тоннаға сығабыҙ, был үткән йылдағыға ҡарағанда 200 килограмға күберәк. Әле күрһәткес 1,5 тонна тәшкил итә, был пландың 88 проценты үтәлгән, тигән һүҙ, – ти БР Урман хужалығы министрлығының урманды ҡулланыу һәм воспроизводство, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге етәксеһе Альберт Закиров хәбәр итә.
Бынан тыш, республика ағас ултыртыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияларында ла ҡатнаша. Быйыл бындай акция сентябрь-октябрҙә үтәсәк. Унда күп кешеләр ҡатнашасаҡ, ул байтаҡ мөһим йүнлештәрҙе үҙ эсенә аласаҡ.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: