Коронавирус инфекцияһы республиканың өс мәктәбенә үтеп ингән. Шул сәбәпле 300-ҙән ашыу бала дистанцион уҡытыуға күсерелгән. Уларҙың күбеһе ауырыу кешеләр менән аралашҡан. Был осраҡтар Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарында теркәлгән, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры Айбулат Хажин. Һәр осраҡ буйынса тейешле эпидемиологик тикшереү үткәрелеп, аралашыусылар даирәһе асыҡлана.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, вирусты эләктереүселәр – өлкән класс уҡыусылары. Министр был уҡыу йорттарында инфекцияның таралыуына юл ҡуйылмауын билдәләне. Бынан тыш, мәктәптәрҙә балаларҙы гриптан вакцинациялау башланасағын белдерҙе.
Башҡортостанда 7 сентябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусылар 8011 иҫәпләнә. 30 сырхау һуңғы тәүлектә асыҡланған. 789 ауырыу – амбулатор шарттарҙа, 67-һе стационарҙа дауалана, бишәүһенең хәле ауыр. Барлығы 7 126 кеше сәләмәтләнгән. Тәүлек эсендә коронавирустан вафат булыусылар юҡ.