+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2020, 20:13

Һигеҙ меңгә етеп киләләр

5 сентябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны һигеҙ меңгә яҡынлашты, теүәлерәк итеп әйткәндә, 7 949.

5 сентябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны һигеҙ меңгә яҡынлашты, теүәлерәк итеп әйткәндә, 7 949. Шуларҙың 31-е һуңғы тәүлектә асыҡланған, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа ятыусылар – 66, алтауһы ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 749.
Тәүлек эсендә 27 кеше стационарҙан сыҡҡан. Эпидемия башынан алып коронавирус инфекцияһынан 7 115 яҡташыбыҙ сәләмәтләнгән. COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны элеккесә ҡала - 29.
Аҙаҡҡы тәүлектә 97 сырхау “дауахананан тыш пневмония” диагнозы менән стационарға һалынған, шул уҡ ваҡытта 89 кеше, был ауырыуҙан һауығып, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: