Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 18:23

Вирус китмәй, ул эргәлә генә...

“Сәсрәп сирләнем, үлеп терелдем”, – коронавирус эләктереп, дауаханала ятҡан кешеләрҙең шулай тиеүе уяулыҡты кәметмәҫкә саҡыра. Мәкерле вирус һаман китмәйенсә, эргәлә генә йөрөй...

“Сәсрәп сирләнем, үлеп терелдем”, – коронавирус эләктереп, дауаханала ятҡан кешеләрҙең шулай тиеүе уяулыҡты кәметмәҫкә саҡыра. Мәкерле вирус һаман китмәйенсә, эргәлә генә йөрөй...
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, эпидемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороусы 7 918 ауырыу теркәлгән, шуларҙың 30-ы һуңғы тәүлектә асыҡланған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 65 сырхау COVID-19-ҙан дауалана. Етәүһенең хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар. Сирҙе еңел кисереүсе 746 ауырыу дауаны өйҙәрендә ала.
Тәүлек эсендә 111 яҡташыбыҙ, инфекциянан һауығып, дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, республикала был ауырыуҙан ҡотолоусылар – 7 078.
Үпкәләре ялҡынһыныусыларҙың күп булыуы бик хафаландыра. Кисәле-бөгөнлө ул сир 94 кешене аяҡтан йыҡҡан. Аҙаҡҡы тәүлектә пневмониянан 73 кеше сәләмәтләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: