+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 19:30

Сибайҙа – виртуаль концерт залы

Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” ижад йортонда виртуаль концерт залы асылған. Бында заманса мультимедия ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофон – ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер сибайҙар йәшәгән ҡалаларынан сыҡмай ғына иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡарай һәм тыңлай аласаҡ.#нацпроект #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан

Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” ижад йортонда виртуаль концерт залы асылған. Бында заманса мультимедия ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофон – ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер сибайҙар йәшәгән ҡалаларынан сыҡмай ғына иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡарай һәм тыңлай аласаҡ.
#нацпроект #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан
Сигнал Мәскәү дәүләт филармонияһынан киләсәк.
Виртуаль концерт залы асылған көндө ҡунаҡтар өсөн Е.Ф. Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфония оркестры башҡарыуында Шопен һәм Чайковский әҫәрҙәре яңғыраған. Барыһы ла тауыштың таҙалығын һәм яҡшы сифатын билдәләгән.
Виртуаль концерт залы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: