+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:19

Республика ҡалалары һәм ауылдарына грант

Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә федераль грант алған. Еңеүселәр иҫәбендә Сибай, Белорет, Дәүләкән, Благовещен, Учалы, Баймаҡ ҡалалары һәм Воскресенское, Йылайыр ауылдары бар.

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарға ҡулайлы шарттар тыуҙырыу тураһындағы Бөтә Рәсәй конкурсы 80 проекты һайлап алған. Республика проекттарына иһә 500 миллион һумдан ашыу грант бирелгән. Еңеүселәр федераль бюджеттан 45-тән 90 миллион һумғаса аҡса аласаҡ.
Бөтә проекттар ҙа Республика Башлығының йәмәғәт урындарын үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова һәм Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты ярҙамы менән эшләнгән.
Президент Владимир Путиндың тәҡдиме менән “Ҡулайлы ҡала мөхитен булдырыу” Бөтә Рәсәй конкурсы тәүге тапҡыр 2018 йылда үткәрелгәйне. Был сара уны үткәреүселәрҙә, муниципалитеттар һәм төбәк халҡында ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға күрә артабан был проектты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә дауам итеү ҡарары ҡабул ителде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: