+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 12:12

Республикаға эш сәфәре менән “Роскосмос” етәксеһе килде

Башҡортостанға “Роскосмос” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Дмитрий Рогозин килде. Республика башлығы Радий Хәбиров менән улар Салауат ҡалаһының химия заводында булды.

Башҡортостанға “Роскосмос” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Дмитрий Рогозин килде. Республика башлығы Радий Хәбиров менән улар Салауат ҡалаһының химия заводында булды.
Предприятие 1962 йылдан алып эшләй. Унда башлыса ракета яғыулығының Рәсәйҙә берҙән- бер төп компоненты- гептил етештерелә. Башҡа төр продукциялар ҙа сығарыла.
2014 йылда заводта гептил етештереү ҡорамалдарын яңыртыу, экология һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге яғынан заман талаптарына яраҡлаштырыу эше башланған. Модернизацияны тамамлау 2021 йылдың аҙағына тиклем күҙ уңында тотола.
Производство ҡайтанан төҙөкләндерелһә, заводта байтаҡ майҙандар бушай.
-Ракета-йыһан сәнәғәте өсөн бик мөһим производство. Уны башҡа предприятиелар ҡарамағына йә иһә шәхси ҡулдарға биреү ҙур хата булыр ине. Шуға күрә химия заводы заман талаптарына ярашлы үҙгәрергә тейеш. Беҙҙең бурыс уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Ҡайтанан төҙөкләндереү арҡаһында бушаған сәнәғәт майҙандарын өҫтәмә килем алыу өсөн артабан үҫтереү мотлаҡ,- тине Дмитрий Рогозин.
“Роскосмос” етәксеһе киләсәктә предприятие сығарған продукциялар төрөнөң ассортиментын киңәйтеүҙе лә тәҡдим итте. Республика башлығы Радий Хәбиров та заводтың Башҡортостан иҡтисады өсөн мөһим булыуын һәм продукция төрөн арттырыуҙың төрлө варианттарын эҙләүҙе билдәләне.
Фото Республика башлығы сайтынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: