+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 20:26

Өфө буйлап ике ҡатлы туристик автобустар йөрөйәсәк

Башҡортостандың баш ҡалаһында ике ҡатлы туристик автобустар йөрөй башлаясаҡ. Бөгөн ул Өфө юлдарында һынау үтте.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ике ҡатлы туристик автобустар йөрөй башлаясаҡ. Бөгөн ул Өфө юлдарында һынау үтте.
“Өфө – Рәсәйҙә бындай туристик автобустар йөрөгән бишенсе ҡала. Ул күптән билдәле туристик төбәктәрҙе ҡыуып етеп килә. Был – эштең башы ғына әле. Өфөлә туристарға күрһәтер урын юҡ, тиеүселәр булыр. Проектты башлағанда был һорауҙар иҫәпкә алынды. Ҡалабыҙ Ижевск, Тверь, Түбәнге Новгород кеүек даими автобус экскурсиялары үткәрелгән ҡалаларҙан һис ҡайтыш түгел. Автобустың икенсе ҡатынан Өфө бик матур, бөхтә күренә. Күрһәтерлек тә, һөйләрлек тә нәмәләребеҙ етерлек”, – тип яҙа эшҡыуар Артур Иҙелбаев социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Фото Артур Иҙелбаевтың фейсбук селтәрендәге сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: