+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 20:48

Дуҫлыҡ монументында юл хәрәкәте сикләнеүе дауам итә

Өфөлә Сочи урамы аша ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө бара. Шуға бәйле Дуҫлыҡ монументы тирәһендә автотранспорт хәрәкәтенең сикләнеүе 30 сентябргәсә оҙайтыла.

Өфөлә Сочи урамы аша ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө бара. Шуға бәйле Дуҫлыҡ монументы тирәһендә автотранспорт хәрәкәтенең сикләнеүе 30 сентябргәсә оҙайтыла.
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автомобиль транспорты хәрәкәте Сочи урамының Дуҫлыҡ монументы яғынан дүрт полосаһы буйынса ойошторола. Ике йүнәлештә икешәр полоса эшләй.
Ҡала хакимиәте Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө менән бәйле ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарарға саҡыра, юлды алдан планлаштырырға кәңәш итә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: