-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:47

Белем биреү усаҡтарында сүпте айырым йыясаҡтар

Башҡортостандың белем биреү усаҡтарында сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн махсус һауыттар ҡуйыла. 150 учреждениеға 200-ҙән ашыу контейнер йыйылмаһы тапшырылған да инде. Хәҙер ҡағыҙ, пластик, башҡа сүп-сар айырым һауыттарға һалынасаҡ. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың белем биреү усаҡтарында сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн махсус һауыттар ҡуйыла. 150 учреждениеға 200-ҙән ашыу контейнер йыйылмаһы тапшырылған да инде. Хәҙер ҡағыҙ, пластик, башҡа сүп-сар айырым һауыттарға һалынасаҡ.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сентябрь аҙағына тиклем тағы ла 250 мәктәп 599 комплект аласаҡ. Әле контейнерҙар Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары, Күмертау, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары белем биреү ойошмаларында ҡуйылған да инде. Был хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенә Республика балалар экологик-биологик үҙәгенең директоры Екатерина Кошелева хәбәр итә.
Сүп-сарҙы айырым йыйыу “Экология” милли проектының маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Уның төп йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙың экологик мәҙәниәте һәм яуаплылығы кимәлен арттырыу тора.
Фото БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: