Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы 32 ауырыуҙа табылған. Эпидемия башланғандан алып мәкерле сирҙе 7 888 кеше йоҡторған.
Әле стационарҙарҙа 66 сырхау коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Һигеҙенең хәле ауыр (берәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала). 826 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә 26 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 6 967 яҡташыбыҙ коронавирусты еңеүгә өлгәшкән. COVID-19-ҙан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 29.
Аҙаҡҡы тәүлектә үпкәләре ялҡынһынған ауырыуҙар коронавирус йоҡтороусыларҙан өс тапҡырға күберәк асыҡланған: улар – 96. Кисәле-бөгөнлө 85 кеше, пневмониянан сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтҡан.