+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 18:45

Ветеранды үлтереүселәр тотолған

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты үлтереүселәр тотолған.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты үлтереүселәр тотолған.
Билдәле булыуынса, был ҡот осҡос ваҡиға йәй айҙарында Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында теркәлгәйне. Енәйәт ҡылыусылар ветерандың яңғыҙ йәшәүен һәм ҙур күләмдә аҡсаһы булыуын белеп төндә өйөнә үтеп инә. Улар оло кешенән аҡса таптырыптыр төрлөсә язалай һәм башына тимер лом менән һуға. Ауыр йәрәхәттәрҙән ветеран йән бирә. Енәйәтселәр өйҙә йәшерелгән миллион һум аҡсаны таба һәм билдәһеҙ йүнәлештә юҡҡа сыға.
Республикала ауыр енәйәт ҡылыусыларҙы эҙләү башлана, улар өсөн ярты миллион һум аҡса ла вәғәҙә ителә. Эш ҡуҙғатыла.
Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле ике кеше ҡулға алынған. Шулай уҡ урман биләмәһенә йәшерелгән аҡса ла табылған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов 2019 йылдың ноябрь айында 100 йәшен билдәләгән. Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан, әүҙем тормош позицияһы алып барған ветеран булған. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан һалдаттың тыныс көндәрҙә вәхшиҙәрсә үлтерелеүе, йәмғиттә енәйәтселәргә ҡарата нәфрәт уятты, резонанс тыуҙырҙы.
Ветеранды һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатһалар ҙа, был фажиғә һәр кемдең күңелендә тәрән яра ҡалдырҙы. Енәйәтселәр тейешле язаһын алыр тип ышанайыҡ.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: