Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы республика кимәлендәге махсус һаҡланған тәбиғи биләмә итеп иғлан итеү тураһындағы хөкүмәт ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте.
-Ҡуштау буйынса нөктә ҡуябыҙ. Был ҡарар үҙенең һүҙен әйткән республика халҡын таныу һәм хөрмәт итеү.
Башҡортостан етәкселеге 2 сентябрь көнө Рәсәй тәбиғәт министрлығының “Ҡуштау тауы” махсус һаҡланған тәбиғи биләмә төҙөү буйынса рөхсәтен алғас та ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Ҡуштау шиханы тәбиғәт һәйкәле тигән статусҡа эйә.