+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 19:17

Балаларға аҡса

Рәсәй хөкүмәте премьер- министры Михаил Мишустиндың ҡарарына ярашлы ил төбәктәренә 34,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был финанстар өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәргә бүленә.

Рәсәй хөкүмәте премьер- министры Михаил Мишустиндың ҡарарына ярашлы ил төбәктәренә 34,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был финанстар өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәргә бүленә.
Өҫтәмә финанслауға ата- әсәләренең хоҡуғы булған балалар һанының артыуы сәбәпсе булған. Айлыҡ түләүҙәрҙе 3 миллиондан ашыу кеше аласаҡ. Яҡынса ул 5 мең ярымға тиң. Уның аныҡ суммаһы һәр төбәктең үҙенән тора.
Ил Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр хаҡындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Уны аҙ килемле ғаиләләр аласаҡ.
Элегерәк хөкүмәт аҡса алыу тәртибен еңеләйтте. Ноябрь айынан алып алимент тураһында мәғлүмәттәр биреү мотлаҡ түгел.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: