Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 16:56

Указға үҙгәрештәр индерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 18 мартында ҡул ҡуйған “Башҡортостан биләмәләрендә яңы коронавирус сиренең таралыу ихтималлығына ҡаршы юғары әҙерлек режимын индереү” тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерелде.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республика халҡына мотлаҡ үҙҡурсаланыу режимы 15 сентябргә тиклем һаҡланасаҡ.
1 сентябрҙән санитар- эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәү шарты менән балаларҙың уйын бүлмәләре, күңел асыу үҙәктәре, түңәрәктәр, секциялар, шул иҫәптән сауҙа- күңел асыу урындары ла асыласаҡ.
Шулай уҡ сентябрь башынан кинотеатрҙар, мунсалар, сауналар, шул иҫәптән фитнес-үҙәктәрҙә урынлашҡан сауналар, сауҙа үҙәктәрендә фудкорттар эш башланы.
15 сентябрҙән театраль-концерт ойошмалары, мәҙәниәт йорттары ла асыласаҡ.
Фото Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: