+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 14:25

Тәүге мультимедиялы күргәҙмә

Өфөлә сентябрь башында “Быуындар хәтере. Бөйөк Ватан һуғышы һынлы сәнғәттә” тигән тәүге мультимедиялы күргәҙмә асыла.

Өфөлә сентябрь башында “Быуындар хәтере. Бөйөк Ватан һуғышы һынлы сәнғәттә” тигән тәүге мультимедиялы күргәҙмә асыла.
Заманса һанлы технологиялар ярҙамында эшләнгән проект XX быуат оҫталарының 200- ләгән хеҙмәтен үҙ эсенә алған. Экспозициялар илдең 45 музейын берләштергән. Унда билдәле Третьяков галереяһы, рус дәүләт музейы ла бар. Шулай уҡ Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ла үҙ эштәрен ҡуйған.
Күргәҙмә һигеҙ залда урын ала һәм ул авторҙарҙың һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы ижадын сағылдыра. Экспозицияла А. Дейнеки, П Корин, П. Кончаловский, В. Мухин, И. Глазунов, А Пластов һәм башҡа авторҙарҙың эштәре бар. Был тарихи картиналар үҙҙәре лә шул осорҙоң символы булып тора.
Мәҫәлән, Аркадий Пластовтың бер эше сәйәсмәндәргә 1943 йылғы Тегеран конференцияһын хәтергә төшөрәсәк. Уны ҡараған Черчиль һәм Рузвельт икенсе фронт асырға ҡарар итә.
Александр Дайнекиның ижады һуғыштың тәүге көндәрен һүрәтләй. Яндырылған ауылдар, ҡамауҙа ҡалған кешеләр яҙмышы сағылдырыла.
Мультимедиялы проект баш ҡаланың күргәҙмәләр залында 6 сентябрь асыла. Уны ноябрь урталарына тиклем барып ҡарарға мөмкин. Белгестәр, был Өфө өсөн мөһим сараларҙың береһе буласаҡ тип билдәләй. Белешмә өсөн телефон һандары: 286-60-66.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: