+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 17:27

Хөкүмәттә башҡорт телендә сығыш яһанылар

Кәңәшмәләрҙә етәкселәр башҡорт телендә сығыш яһай башлаясаҡ.

Кәңәшмәләрҙә етәкселәр башҡорт телендә сығыш яһай башлаясаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров туған телдә доклад менән сығыш яһаны. Уның телмәре 11 сентябрҙә үтәсәк милли костюмдар көнөнә арналды. Залда рус теленә синхрон тәржемә яһалды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров был яңылыҡты хупланы һәм докладсыға башҡортса өндәште.
-Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай был практиканы күптән ҡуллана. Беҙ иһә быға оҙаҡ килдек, рус теленә тәржемә синхроны 3-4 ай дауамында әҙерләнде. Бөгөнгө техник шарттар быны эшләргә мөмкинлек бирә. Күп милләтле республикала тел сәйәсәтен беҙ тормошҡа ашыра алабыҙ.
11 сентябрь Конгресс-холл майҙанында милли костюмдар байрамы асыла. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Был көнгә арналған күп саралар башлыса онлайн форматта ойошторола.
Фото Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: