+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 17:33

Белем көнөндә яңы объекттар

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө һәм Яңауыл райондарында мәғариф үҙәге һәм коррекция интернат- мәктәбен асыуҙа ҡатнашты.

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө һәм Яңауыл райондарында мәғариф үҙәге һәм коррекция интернат- мәктәбен асыуҙа ҡатнашты.
1 сентябрь Өфө районының Чесноковка ауылында “Юлдаш” мәғариф үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Комплекс 490 уҡыусы һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһына иҫәпләнгән. Учреждение бөтә кәрәк- яраҡтар менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырылған. Радий Фәрит улының билдәләүенсә, мәктәп был ауылда күптән кәрәк ине.
-Беҙ артабан да балалар баҡсалары мәктәптәр, дауаханалар, спорт учреждениелары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ,- тине ул сығышында.
Яңауыл районында коррекция интернат- мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениела республиканың 27 ҡалаһы һәм районынан 160 укыусы белем аласаҡ. Шуларҙан 33 етем бала уҡыясаҡ.
1962 йылда төҙөлгән иҫке бина күптән заман һынауҙарын үткән. Яңы объекттың проекты республика адреслы инвестиция программаһына ингән. Бина 190 балаға иҫәпләнгән мәктәп һәм 170 урынлыҡ интернатты үҙ эсенә алған. Балалар өсөн бөтә бүлмәләр ҙә уңайлы һәм ярҙам ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Фотолар Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: