0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 18:21

Төп бүләк – автомобиль!

Башҡортостанда күп йылдар үткәрелеп килгән “Һылыуҡай” быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы күрһәтмәһе менән бөтә Рәсәй конкурсы булараҡ үтә.

Башҡортостанда күп йылдар үткәрелеп килгән “Һылыуҡай” быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы күрһәтмәһе менән бөтә Рәсәй конкурсы булараҡ үтә. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән уҙғарыласаҡ бәйгелә һылыу ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың йолалары менән таныштырасаҡ, милли йырҙарҙы һәм бейеүҙәрҙе башҡарыуҙа көс һанашасаҡ, зауыҡлы кейемдәрҙе кейеп күрһәтәсәк.
Конкурстың төп бүләге – автомобиль! Еңеүселәргә шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм MTVmix телеканалы ойоштора. Уның координаторы – Евгения Машко. Һайлап алыу турҙары Рәсәйҙең 11 ҡалаһында һәм 9 районында 15 августан 15 октябргә тиклем барасаҡ. Йомғаҡлау кисәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 3 декабрендә үткәреү ҡаралған. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы был конкурстың информацион партнеры булараҡ сығыш яһай.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: