Башҡортостанда бөтә мәктәп автобустары паркы уҡыу йылына әҙер. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
1 436 мәктәп автобусы менән 42 мең бала файҙалана. Быйыл республика төбәктәре тағы ла 44 яңы автобус алды. Башҡортостан ҡаҙнаһынан был маҡсатта 104,7 миллион һум аҡса бүленгән. Бынан тыш , техника паркы федераль программаларҙа ҡатнашыу арҡаһында ла яңыртыла.
Яңы уҡыу йылы алдынан дәүләт автоинспецияһы хеҙмәткәрҙәре автобустарҙың әҙерлеген тикшерҙе. Транспорттың техник торошо, уның төҙөк булыуы , водителдәр хаҡында мәғлүмәт туплау- ошо сараларға инә.
Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн автобус йөрөтөүселәр рейс алды тикшереүе үтәсәк, техниканы дезинфекциялау саралары ла буласаҡ. Бынан тыш водителдәргә битлек режимын һаҡлау тәҡдим ителгән.