Башҡортостан мәктәптәре беренсе сентябрҙа уҡый башлай. Ләкин уҡыусыларҙы бер ни тиклем сикләүҙәр көтә. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан Юлдаш каналына әңгәмәһендә белдерҙе.
Билдәле булыуынса, Белем көнөндә традицион линейка быйыл башланғыс, 9-сы һәм 11-се клас уҡыусылары өсөн үткәрелә. Ҡалғандар өсөн ул онланй-режимда буласаҡ. Балаларға класс сәғәттәре, Еңеү дәресе һәм республика башлығы Радий Хәбирвотың асыҡ дәресе ойошторола.
Ата-әсәләр мәктәп янына килә ала, ләкин уларҙы учреждениеға индермәйәсәктәр. Шулай уҡ һәр кемгә битлек режимы һәм метр ярым дистанция һаҡлау талап ителәсәк.
2 сентябрь бөтә уҡыусылар ҙа үҙҙәренә билдәләгән ваҡытҡа мәктәпкә килә һәм уларҙы инеү урынында класс етәкселәре ҡаршы аласаҡ.
Ауырыу сәбәпле мәктәпкә килә алмағандарға уҡытыусылар өйгә йөрөп белем бирә. Уларҙың справкаһы һәм өйҙә уҡый ала тигән рөхсәте булырға тейеш.
Мәғариф учреждениеларында коронавирустан һаҡланыу өсөн саралар планы ҡабул ителгән. Мәктәпкә инеү, сығыу, ашханаларға, гигиена бүлмәләренә барыуға һәр класс өсөн билдәле бер ваҡыт ҡуйылған. Учреждениела шуны тоторға тырышасаҡтар. Балалар бер нисә фәндән башҡа, башлыса бер генә класта ултырып белем аласаҡтар. Мәктәпкә килгәс тән температураһы үлсәнә, уҡытыусылар өсөн битлек режимы һаҡлана, балаларға зарарһыҙландырыу шыйыҡсыларын ҡулланыу зарур. Тәүге айҙарҙа уҡыусыларҙы таҡтаға сығармаясаҡтар.
Тәүге сиректә ата- әсәләр мәктәпкә инә алмай.
Юғары уҡыу йорттарында белем алғандар өсөн дә саралар сикләнелгән. Әммә айырым факультеттар, айырыуса беренсе курс студенттары өсөн сараларҙы һәр вуз үҙе хәл итәсәк.
Балалар баҡсаһына барыусылар өсөн справка талап ителә. Әәр ҙә бала 5 көн дауамында баҡсаға килмәгән икән, уға справка юллау мотлаҡ. Поликлиникалар һәр бер пациентҡа айырым ваҡыт билдәләй. Бөтә һорауҙар буйынса баш табипҡа мәрәжәғәт итергә мөмкин.