Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 1 сентябренән 31 декабрғаса дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ҡала яны транспортында Өфөнән Дим- Шаҡша- Дим участогында “Алға-уҡыусы” республика транспорт картаһынан льготалы билет алып йөрөй аласаҡ.
Бөгөнгө көндә 339 мең уҡыусы “Алға” картаһы менән ҡуллана. 2019 йылдың 1 сентябренән ҡала транспортында уҡыусылар 437 мең тапҡыр карта менән түләп йөрөгән. Был яңылыҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең транспорт менән файҙаланыу сифатын һәм ҡулаҡсаһыҙ түләп йөрөү системаһын яҡшыртыу буйынса күрелгән сараларҙың бер өлөшө генә.