-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 12:23
Торатауға экскурсия
“Торатау” геопаркында республика уҡыусылары өсөн экскурсиялар үткәрелә. Быны мәғариф министрлығы, туризм буйынса дәүләт комитеты, “Торатау” геопаркы дирекцияһы менән берлектә ойошторған.
“Торатау” геопаркында республика уҡыусылары өсөн экскурсиялар үткәрелә. Быны мәғариф министрлығы, туризм буйынса дәүләт комитеты, “Торатау” геопаркы дирекцияһы менән берлектә ойошторған.
Сәйәхәттә Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка районы уҡыусылары булған. Экскурсия барышында уҡыусылар Мәләүез районының тарихи ауылы Воскресенское, Красноусол минераль сығанаҡтары, Торатау шихандары һәм башҡа иҫтәлекле тәбиғи һәйкәлдәр менән таныша. Тағы ла бер маршрут буйынса Ишембай районының Көҙән ауылында Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейын ҡарау мөмкинлеге бар.
Торатау геопаркы етәксеһе Айнур Сәмәнов әйтеүенсә, мәктәп балаларының республика тәбиғи объекттары менән яҡындан танышыуы бик мөһим.
-Айырыуса уҡыусыларға Торатауҙың иң юғары нөктәһенә менеү оҡшай. Бөтә экскурсиялар ҙа гид ярҙамында бара. Тимәк ошо урындарҙың тарихы, мәҙәни үҙенсәлеге хаҡында белем тупларға була, тәбиғәтте һаҡлау кәрәклегенә баҫым яһала.
Экскурсиялар буйынса һорауҙарҙы ошо электорон почтаға ебәрергә мөмкин :
[email protected]
.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде