+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 17:47

Мәғариф учреждениелары балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Яңы уҡыу йылында бөтә Рәсәй мәктәптәре лә сикләнелгән режимда эшләйәсәк. Йәғни ата- әсәләргә лә сәбәпһеҙ килеү тыйылған, мәктәп йыйылыштары ла онлайн- форматта үтәсәк.

Яңы уҡыу йылында бөтә Рәсәй мәктәптәре лә сикләнелгән режимда эшләйәсәк. Йәғни ата- әсәләргә лә сәбәпһеҙ килеү тыйылған, мәктәп йыйылыштары ла онлайн- форматта үтәсәк.
Был хаҡта Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте белдергән. Әйткәндәй, ведомство етәксеһе Анна Попова билдәләүенсә, Белем көнө алдынан үткәрелгән ата- әсәләр йыйылышы ла онлайн үтәсәк. Шулай уҡ 1 сентябрь линейкаһы ла дистацион форматта ойошторола, унан уҡыусылар өсөн ғәҙәти уҡыу көндәре башланасаҡ.
Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов әйтеүенсә, илдең бөтә мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ла традицион белем алыуға әҙер.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: