+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 15:40

Ауыл хужалығы техникаһы ҡатын- ҡыҙ ҡулында

Бүздәк районында урып - йыйыу эштәрендә комбайнда ҡатын- ҡыҙ эшләй. Ул Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Әлиә Фәтхиева быйыл төбәккә практикаға килгән. Студент ҡыҙ тоннанан ашыу иген һуҡҡан да инде. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһенә лә яҙып ҡуйған.

Элек-электән ауыл хужалығында эшләгән ҡатын- ҡыҙҙың мотоцикл, трактор, йөк машинаһын йөрөтөүе тәбиғи хәл. Айырыуса һуғыш йылдарында, апай-инәйҙәр трактор артына ултырҙы. Әле иһә ҡатын- ҡыҙҙарҙың барыһы ла үҙ техникаһында. Тик комбайн йөрөтөүселәр барыбер ҙә һирәк күренеш.
Башҡорт дәүләт аграр университетының студенттары традицион рәүештә йыл да райондарға ярҙамға килә. Сөнки ауыл хужалығында был осор эшсе көстәргә мохтаж. Шуға күрә студенттарҙың ярҙамы һәр саҡ ваҡытлы. Йәштәрҙең практика үтеүе менән бергә, йылдың уңышлы килеүенә ҡарап,юғары хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге лә бар.
Аграрийҙар билдәләүенсә, ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн йыл уңышлы килде. Иген һуғыуҙа Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ауырғазы, Илеш райондары алда барһа, юғары уңышты Саҡмағош, Бәләбәй, Илеш, Бүздәк, Дәүләкән райондары үҫтергән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: