Иҫке Йәнйегет ауылы һәм Аҡтаныш паром кисеүендәге Ағиҙел йылғаһына уҡбалыҡтарҙың меңләгән селбәрейҙәре ебәрелде.
Йылғаны балыҡтар менән байытыу тәбиғәтте файҙаланған өсөн экологияны компенсациялау саралары программаһы буйынса башҡарыла. Ул федераль кимәлдәге М5”Урал” түләүле юлының төҙөлөшө осоронда тормошҡа ашырыла.
Был юл Рәсәй транспорт системаһында, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында, Башҡортостанда уникаль төҙөлөш буласаҡ. Уның проектында юл тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер үткәүеле, тиҙлекле автомобиль өсөн юлдар, шулай уҡ файҙаланыу өсөн аҡса алыу һәм юл менән автоматлаштырылған идара итеү системаһы буласаҡ. Ошо арауыҡта проектта ҡатнашыусы компаниялар һыу биоресурстарын һаҡлау һәм уларҙы үрсетеү өсөн дә экологик эштәр алып барасаҡ. Ағиҙелгә уҡбалыҡтар ебәреү ҙә ошо йүнәлештәрҙең береһе.
Йәш балыҡтар һарытау өлкәһенең “Духовницкое” балыҡ питомнигы белгестәре тарафынан үҫтерелгән. Бер селбәрейҙең ауырлығы- 10 грамм.
Мәғлүм булыуынса, уҡбалыҡтар ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм илдә уны тотоу башлыса тыйылған.