+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 16:09

Ҡаҙанда Мостай Кәримгә һәйкәл асылды

Бөгөн Ҡаҙан ҡалаһында Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Башҡортостандың халыҡ шағирына һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә һәм ейәне Тимербулат Кәримовтар, республика делегацияһы ҡатнашты.

Бөгөн Ҡаҙан ҡалаһында Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Башҡортостандың халыҡ шағирына һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә һәм ейәне Тимербулат Кәримовтар, республика делегацияһы ҡатнашты.
Республиканың күренекле әҙибе, Социалистик Хеҙмәт Геройы - Мостай Кәримгә арналған скульптура, белгестәр баһалауынса, ҡатмарлы композициянан тора. Халыҡ шағиры Урал тауҙары итәгендә ултыра. Унда дүрт юллыҡтар, әҙиптең автобиографик әҫәренән билдәле персонаждар - Оло инәй һәм Кендек, башҡорт аттары образы сағылдырылған. Һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссаме Андрей Ковальчук Татарстан Президентының рәхмәт хатына, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды.
Республика башлығы билдәләүенсә,был һәйкәл ике республиканың дуҫлығын һәм берлеген күрһәткән символ буласаҡ.
  • Ҡаҙандың үҙәгендә Мостай Кәримгә һәйкәл асыу беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Мостай Кәрим Татарстанды ла бик яратҡан һәм ул һәр ваҡыт ике туғандаш халыҡтарҙың дуҫлығы өсөн сығыш яһаған.
  • Былтыр Өфөлә күренекле татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылғайны. Быйыл Татарстан республикаһының ойошторолоуона- 100 йыл. Республика Президенты Рөстәм Миңнеханов был ваҡиғаларҙы бергә бәйләп, республикала башҡорт әҙәбиәтенең классигы, шағир, драматург, публицист һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мостай Кәримгә һәйкәл асылыуы башҡорт һәм татар халыҡтарының йәнә бер уртаҡ байрамы,- тине.
    Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, шағирҙың Татарстанға һөйөүе тап Туҡай шиғырҙарынан башланған.
    -Хәсән Туфан, Риза Ишморат, Ғариф Ахунов, Сара Садыҡова, Роберт Миңнуллиндар уға иң яҡын кешеләр һәм дуҫ булдылар. Мостай Кәримде оҙаҡ йылдар Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән дуҫлыҡ ептәре бәйләне. Беҙ үҙебеҙҙең ғаиләбеҙ исеменән республиканың әлеге Президенты, һәйкәлдең авторына рәхмәт белдерәбеҙ,- тине Тимербулат Кәримов.
    Автор:Гөлнур Ишбулатова
    Читайте нас: