-20 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 23:49

Владимир Путин Ҡуштау проблемалары менән ҡыҙыҡһынды

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә һәм республика етәкселегенә “Башҡортостан сода компанияһы” тирәһендәге ваҡиғаларҙы хәл итеү һәм ҡайҙалыр сит биләмәләрҙә һаҡланған аҡсаларҙы сығарыу бурысын йөкмәтте. Ил Президенты Ҡуштау һәм уның тирәһендәге ваҡиғаларға иғтибар йүнәлтте.

Владимр Путин әйтеүенсә, предприятиеның контроль пакетына эйә булған шәхси кешеләр бер нәмәгә ҡарамай аҡса һауыу менән мәшғүл.
-Үҫеш өсөн аҡсалар инвестицияланмай, улар хатта төбәктә лә ҡалмай,- тине Президент .
“Башҡортостан сода компанияһы” 45 миллиард һум килем алған, шуның 2 миллиард ярымы ғына инвестицияларға йүнәлтелгән. Ҡалғаны сит биләмәләргә күсерелгән.
Бынан тыш ил етәксеһе предприятиеның дәүләт өлөшө ни өсөн 62 -нән 38 процентҡа кәмеүен тикшереүҙе Рәсәй прокуратураһына йөкмәтте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в