+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 11:54

Стәрлетамаҡ урамдары уттарҙан балҡый

Стәрлетамаҡта урам яҡтыртыусы лампалар алмаштырылған. Хәҙер ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы энергия һаҡлаусы диодлы уттар яҡтырта.

Стәрлетамаҡта урам яҡтыртыусы лампалар алмаштырылған. Хәҙер ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы энергия һаҡлаусы диодлы уттар яҡтырта.
Ҡала хакимиәте оҙаҡ йылдар дауамында энергия ресурстарын ҡулланыуҙың экономлы ысулын индереү буйынса эш алып барған. Урам лампаларын алмаштырыу конкурс нигеҙендә башҡарылған һәм ул энергияны һаҡсыл тотоноуҙан тыш, урамдарҙың яҡтылығын 15-20 процентҡа арттырған.
Белгестәр быны уникаль проект тип атаған. “Башҡортостан энергия компанияһы” етәксеһе Андрей Травкин билдәләүенсә, улар ошондай күләмдәге эште тәүге тапҡыр башҡарған.
Урам яҡтылығын тәү сиратта ҡулланыусылар- Стәрлетамаҡ халҡы ыңғай баһалаған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: