+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 17:20

Яҡташыбыҙ илсе итеп тәғәйенләнде

Рәсәй Президентының Указы менән яҡташыбыҙ, Күгәрсен районы егете Ильяс Фәрхәд улы Искәндәров Габон республикаһында илдең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде.

Рәсәй Президентының Указы менән яҡташыбыҙ, Күгәрсен районы егете Ильяс Фәрхәд улы Искәндәров Габон республикаһында илдең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде.
Ильяс Фәрхәд улы 1965 йылда тыуған, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған.
Рәсәй сит илдәр министрлығында 90-сы йылдар башынан алып эшләгән тәжрибәле белгес. Сүриә ғәрәп республикаһының Рәсәй илселегендә, төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш департаментында, Израилдә, Тунистағы Рәсәй илселегендә һәм башҡа илдәрҙә хеҙмәт иткән.
Ильяс Искәндәровҡа беренсе класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе тигән дәрәжә бирелгән. Яҡташыбыҙ француз, инглиз, ғәрәп телдәрендә иркен һөйләшә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: