+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 12:25

Һәр мәктәптә түләүһеҙ туҡландырыу

Башҡортостан мәктәптәрендә 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итәсәктәр.

Башҡортостан мәктәптәрендә 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итәсәктәр.
Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәте лә 2023 йылдарға тиклем башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ туҡландырыу мәсьәләһе хәл итеүҙе йөкмәткәйне.
Яңы уҡыу йылынан республикала 1 934 мәктәп ошо эште башларға әҙер. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған проект өҫтәп финаслау иҫәбенә тормошҡа аша. Өс йыл дауамында республика мәктәптәргә 4,55 миллиард һумлыҡ бюджет субсидияһы йүнәлтте. Мәктәптәрҙең туҡланыу урындарын төҙөкләндереү, ҡорамалдар, һауыт- һаба һатып алыу өсөн дә финанс ярҙам бүлде. Бынан тыш аҙ комплектлы мәктәптәрҙә лә туҡланыу ойоштороласаҡ. Быға тиклем унда балаларға аҙыҡ- түлек наборы ғына бирелә ине.
Алексей Гусев билдәләүенсә, балаларҙы туҡландырыуҙа урында етештерелгән аҙыҡ- түлектең өлөшө артҡан. Айырыуса ит продукцияһында республика етештереүселәренә өҫтөнлөк бирелә.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: