+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 12:47

Компенсация түләү тәртибе үҙгәртелде

Башҡортостанда 1 июлдән коммуналь түләүҙәр өсөн компенсация биреү тәртибе үҙгәртелде. Был яңылыҡ льготалы категория граждандарына, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре, тыл, хеҙмәт ветерандары, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе, күп балалы ғаиләләргә ҡағыла.

Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, был үҙгәрештәр федераль законға яраҡлаштырылған.
Түләүҙәр ике айҙан һуң ғына башлана. Июль өсөн ул сентябрҙә генә түләнәсәк. Яңы ҡарарға ярашлы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бөтә төр бурысы булған льготалыларға компенсация түләнмәй.Ә улар республикала 92 мең кеше.
Талаптарға ярашлы, бынан ары йәшәү урыны һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә компенсация факт буйынса иҫәпләүҙәргә ҡарап түләнәсәк. Компенсация биреү өсөн мәғлүмәттәрҙе ай һайын яңыртып барасаҡтар.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: