+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 19:00

Ҡатын- ҡыҙҙың бәхет биләмәһе

Шишмә районы “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” проектын ҡабул итте. Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған сара һигеҙенсе төбәктә уҙғарыла.

Шишмә районы “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” проектын ҡабул итте. Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған сара һигеҙенсе төбәктә уҙғарыла.
Был көндө гүзәл заттар өсөн социаль өлкәләрҙе үҙ эсенә алған биләмәләр ойошторола. Унда һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, балалар, үҙ-ара мөнәсәбәт, шәхси үҫеш кеүек йүнәлештәр бар.
Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән әсәләр өсөн белем биреү майҙансыҡтары, балалар йорто һәм приют етәкселәре өсөн семинарҙар үткәрелә.
Шишмәлә үткән сараның тағы бер үҙенсәлеге, ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға хәйриә акцияһы ойошторолдо. Июль айынан алып илдең байтаҡ интернат һәм медицина учреждениеларына гигиена кәрәк-яраҡтары, балалар йыһазы, кейем- һалым, канцелярияя тауарҙары, уйынсыҡтар оҙатылды. Был исемлектә Башҡортостан да бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: