+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 14:55

Төбәктәрҙә мәғариф объекттары төҙөлә

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарындағы төҙөлөштәр барышы менән танышты.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарындағы төҙөлөштәр барышы менән танышты.
Хәйбулла районының төҙөлөш майҙансыҡтарында бер- нисә эре обьекттарға нигеҙ һалынған. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы төбәктә мәктәп төҙөлә. Учреждение 550 урынға иҫәпләнгән һәм 140 урынлыҡ интернат менән бергә ҡушылған ҙур комплекс буласаҡ.
Бынан тыш Аҡьяр ауылында бассейн төҙөлөшө бара. Был объекттың сафҡа инеүен район халҡы бик көтһә лә, подрядсы ойошмаларҙың ғәйебе арҡаһында эштәр туҡталып торған. Дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин билдәүәнсә, бассейн төҙөләсәк һәм был объект комитеттың контролендә ҡаласаҡ.
Районда оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йортоноң төҙөлөшө бара. 1964 йылда һалынған иҫке бина күптән заман һынауҙарын үткән. Әлеге көндә яңы объект эскпертиза үтә, төҙөлөштө аҙағына еткереү бурысы тора.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбе лә емерек хәлдә. Бер- нисә йыл элек бинаның бер өлөшөндә ярыҡ барлыҡҡа килеүе сәбәпле унда белем алыу хәүефле тигән һығымта яһатты. Әле ауыл халҡы яңы мәктәп бинаһын көтә. Мәғариф учреждениеһы 375 урынға иҫәпләнгән һәм уны 2021 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: