+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 14:05

Мәктәп автобустары яңыртылды

Республиканың ауыл мәктәптәре өр- яңы автобустар алды. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә яңы транспорттың асҡыстарын тапшырҙы.

Республиканың ауыл мәктәптәре өр- яңы автобустар алды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә яңы транспорттың асҡыстарын тапшырҙы.
“Газель Некст” маркалы 38 машина хәүефһеҙлектең заманса талаптарына яуап бирә. Улар алыҫ урынлашҡан һәм аҙ һанлы ауылдарҙа йәшәгән мең баланы хеҙмәтләндерәсәк. Бынан тыш һыйҙырышлы автобустар балаларға төбәк олимпиадаларында, спорт сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк. Республика башлығы төбәк халҡына автобус паркын яңыртыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәтен белдерҙе.
- Ауыл мәғарифе системаһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе- балаларҙың мәктәптәргә хәүефһеҙ барыуын тәьмин итеү. Ошоға тиклем дә автобус паркы шаҡтай ҙур ине, быйыл беҙ уны тағы ла яңырта алдыҡ. Башҡортостандың бөтә автобустары ла заман талаптарынан ҡалышмай. Киләсәктә беҙ яңы техникалар алыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Быйыл мәктәп автобустарын яңыртыу өсөн республика бюджетынан 106 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Уҡыусыларҙы алып йөрөү өсөн тағы 91 техника талап ителә. Көҙ айында федераль бюджет иҫәбенән яңы машиналар һатып алыу күҙ уңында тотола.
Фото Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: