-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 19:17

Һигеҙ йәшлек баланы үлтергәндәр

Өфөлә бергә уйнап йөрөгән үҫмерҙәр 8 йәшлек ҡыҙ баланы үлтереп, кәүҙәһен һыуға йәшергән. Уны осраҡлы кешеләр табып алған.

Өфөлә бергә уйнап йөрөгән үҫмерҙәр 8 йәшлек ҡыҙ баланы үлтереп, кәүҙәһен һыуға йәшергән. Уны осраҡлы кешеләр табып алған.
Тикшереүҙең бер версияһы буйынса, 13 йәшлек үҫмер баланың йоҡо тамырына баҫып муйынын һыҡҡан. Һуңынан ҡыҙҙың тын алмауын күреп, уны һыуға йәшереп ҡасып киткән. Әле малай полицияға енәйәтте таныу мәғлүммәттәре биргән дә инде.
Ҡыҙының юғалыуы хаҡында полицияға уның әсәһе хәбәр иткән булған. Шулай уҡ ҡатын электрон матбуғаты хәбәрселәренә баланың алҡалары һәм телефоны юғалыуы тураһында ла һөйләгән.
Ваҡиға урынынан алыҫ түгел йәшәгән кешеләр һәм күршеләр был енәйәттең осраҡлы булмауын фаразлай. Уларҙың әйтеүенсә, 13 йәшлек малай йоҡо тамырына баҫып кеше үлтереп була икәнлеген ҡайҙан белһен? Тимәк, ул алдан әҙерлекле булған тигән фараздар әйтелә.
Ауыр енәйәтте тикшереү дауам итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: