+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2020, 16:43

“Ирәндек моңдары”нда ҡатын- ҡыҙ моңо юғары баһаланды

Ейәнсура ҡыҙы Әлфиә Мырҙабаева “Ирәндек моңдары- 2020” төбәк- ара йыр бәйгеһе еңеүсеһе. Уға республика башлығы Радий Хәбиров өр-яңы “Лада- Гранта” автомобиленең асҡысын тапшырҙы.

Ейәнсура ҡыҙы Әлфиә Мырҙабаева “Ирәндек моңдары- 2020” төбәк- ара йыр бәйгеһе еңеүсеһе. Уға республика башлығы Радий Хәбиров өр-яңы “Лада- Гранта” автомобиленең асҡысын тапшырҙы.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы Әлфиә Мырҙабаева феномены хаҡында яҙып сыҡҡайны ( 11-се һан, 2019й). 34 йәшлек йырсы күп бәйгеләрҙең ҡатнашыусыһы һәм еңеүсеһе булһа ла, ул Ейәнсура районында, ауыл ерендә йәшәүен дауам итә. Уның сәнғәт белеме юҡ. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, билдәле йырсы Флүрә Килдейәрова Өфөлә үткән “Иҙел” йыр фестиваленән һуң Әлфиәнең башҡарыу оҫталығына юғары баһа биргәйне.
-“Буранбай”ҙы уның кеүек күкрәккә һалып башҡарған йырсылар бик һирәк. Башҡорт халҡының ҡатмарлы йырҙарының береһен ул бик оҫта башҡарҙы. Әлфиә Мырҙабаева халыҡ араһынан сыҡҡан хазина.
Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара йыр бәйгеһе быйыл тәүге тапҡыр онлайн- форматта үтте. Унда һәүәҫкәрҙәр, профессионалдар һәм балалар араһында 183 бәйгесе һынау тотҡан. Башҡортостандан тыш Мәскәү, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Ханты- Мансы автономия округынан да йырсылар ҡатнашҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: